

Кисә, мәктәп ашханаларында туҡланыу ҡиммәтләнә, тип яҙғайныҡ. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, ата-әсәләр өсөн түләү күтәрелмәй. Һүҙ был статья буйынса республика бюджеты сығымдары артыуы тураһында бара.
Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Алексей Гусев та был мәсьәләгә аныҡлау индерҙе. Мәктәптә туҡланыу рационын санитар ҡануниәткә яраҡлаштырыу өсөн сығымдарҙы аҙыҡ-түлек хаҡтарына ярашлы күтәреү зарур икән. Республика ҡаҙнаһынан быйыл был маҡсатта өҫтәмә рәүештә 13 млн һум тотоноласаҡ. Киләһе йылға өҫтәмә сығымдар 35 млн һум күләмендә ҡаралған.
Фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы сайтынан алынды.