

Башҡортостан Башлығы эргәһендәге кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса Совет рәйесе Владимир Барабаш фекеренсә, эш хаҡының артыуы республика иҡтисадының көйләнеүен күрһәтә.
Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, 2021 йылдың тәүге ете айы йомғаҡтары буйынса республикала уртаса эш хаҡы 40 236 һум итәшкил итте, йәғни 2020 йыл менә сағыштырғанда номиналь үлсәмдә - 8,4%, ә реаль алғанда 2,7% артты, тип белдерҙе.
– Беҙҙең иҡтисад тергеҙелә, халыҡтың һатып алыу мөмкинлеге лә үҫә. Тик беҙгә әле ынтылаһы үрҙәр күп. Эш хаҡы динамикаһын иҫәпкә алып, инвесторҙар менән эште әүҙемләштерәбеҙ. Улар үҙ проекттары параметрҙарына лайыҡлы хеҙмәт хаҡы кимәлен дә һалырға тейеш, – тине төбәк етәксеһе.