

31 авгусҡа ҡарата Башҡортостанда ковид йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 57 050-гә еткән. Тәүлек эсендә ауырыуҙар 302-гә артҡан.
Бөгөнгө көндә дауаханаларҙа 678 сырхау яуыз вирусҡа ҡаршы көрәшә. 58-енең хәлен табиптар ауыр тип баһалай. Туғыҙын ҡотҡарыу өсөн яһалма һулыш аппаратына тоташтырырға мәжбүр булғандар.
Амбулатор дауаланыусылар – 3 445.
Үткән тәүлектә 78 кеше, сирҙән ҡотолоп, дауахананан сыҡҡан. Пандемия башланғандан бирле сәләмәтләнеүселәр – 51 811.
Үкенескә күрә, ковид ҡорбандары һаны көн һайын арта. Уҙған тәүлектә тағы 15 үлем осрағы теркәлгән. Афәт ҡыйған ғүмерҙәр 1 116 булып китте.
Дауахананан тыш пневмония 140 сирлелә асыҡланған, унан һауығыусылар – 104.
Республикала ковидҡа ҡаршы вакцинаның беренсе өлөшөн алыусылар – 1 154 353, икенсеһен дә ҡаҙатыусылар – 994 345.