

Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова пенсионерҙарға бер тапҡыр бирелеүсе 10 мең һумлыҡ пособие 2 сентябрҙән бирелә башлаясағы хаҡында хәбәр итә.
Аҡсалата был ярҙамды 43 миллион тирәһе пенсионер аласаҡ. Түләү, ҡартлыҡ буйынса пенсионерҙарҙан тыш, ҡараусыһын юғалтыу һәм инвалидлыҡ буйынса пенсия алыусыларға ла биреләсәк.
Тәүгеләрҙән булып, 2 сентябрҙә, 10 мең һум пенсияларын картаға алыусыларға күсерелә. Ундайҙар 30,7 миллионға яҡын иҫәпләнә.
Ҡалған 12,7 миллион пенсионер был пособиены пенсиялары менән бергә өйҙәрендә, “Рәсәй почтаһы” йәки башҡа килтереүселәр аша аласаҡ. Әлеге пособие льготалар һәм субсидиялар билдәләгәндә ғаилә табышына индерелмәй.