

2021 йылда республикала 207 мәктәп физика, химия һәм биология фәндәрен өйрәнеүгә һанлы ҡорамалдар аласаҡ. “Һанлы белем биреү мөхите” проектына ярашлы 2024 йылдарға 1159 мәғариф учреждениеһын һанлы технологияларға күсереү күҙаллана.
Һанлы технологияларҙы һатып алыуҙы капиталь ремонт программаһына индереү ҡаралған. “Сириус” белем биреү үҙәге етәкесеһе Елена Шмелева мәктәптәрҙең капиталь ремонтын комплекслы итеп үткәреүҙе тәҡдим итте. Йәғни унда төҙөкләндереү эштәренән тыш, эске яҡтыртыу һәм заманса уҡыу установкаларын ҡуйыуҙы ла күҙ уңында тоторға кәрәк.
Елена Шмелеваның был тәҡдиме Президент Владимир Путин да хуплау тапты.