+6 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
31 Августа 2021, 03:55

Мәктәп ашханаларында туҡланыу ҡиммәтләнә

Республика мәктәптәре уҡыу йылын башларға һәм уҡыусыларҙы ҡайнар аш менән тәьмин итергә әҙер. Быйыл 280 аҙыҡ-түлек блогы яңыртылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәктәп ашханаларында туҡланыу ҡиммәтләнәМәктәп ашханаларында туҡланыу ҡиммәтләнә
Мәктәп ашханаларында туҡланыу ҡиммәтләнә

Республика мәктәптәре уҡыу йылын башларға һәм уҡыусыларҙы ҡайнар аш менән тәьмин итергә әҙер. Быйыл 280 аҙыҡ-түлек блогы яңыртылған.

Тик шуныһы: мәктәп ашханаларында туҡланыу ҡиммәтләнә. Был турала  республика премьер-министры Андрей Назаров кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

«Хаҡты оҙаҡ ваҡыт арттырмай торҙоҡ, ләкин бөгөн күрше төбәктәр уны күтәрҙе, беҙ уларға тигеҙләнергә мәжбүрбеҙ. Иҫәпләүҙәр республиканың Финанс министрлығы, Мәғариф министрлығы һәм Сауҙа министрлығы менән берлектә эшләнде», — тине ул.

Билдәле булыуынса, 2020 йылдың 1 сентябренән башланғыс класс уҡыусылары бушлай төшкө аш менән тәьмин ителә. Ил президенты Владимир Путин ошондай ҡарар ҡабул итте. Башҡортостанда шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле уҡыусылар бушлай туҡланыу хоҡуғына эйә.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас