+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
31 Августа 2021, 10:09

Өфөлә һыуға фенол эләгеүе хаҡында ялған хәбәр таратыусыларға ҙур штраф янай

Социаль селтәрҙә билдәһеҙҙәр, йәнәһе лә, Өфөлә техноген һәләкәт булған, һыу алыу ҡоролмаһына фенол аҡҡан, шуға һыуҙы эсергә ярамай, тигән ялған хәбәрҙәр тарата.

Өфөлә һыуға фенол эләгеүе хаҡында ялған хәбәр таратыусыларға ҙур штраф янайӨфөлә һыуға фенол эләгеүе хаҡында ялған хәбәр таратыусыларға ҙур штраф янай
Өфөлә һыуға фенол эләгеүе хаҡында ялған хәбәр таратыусыларға ҙур штраф янай

 Социаль селтәрҙә билдәһеҙҙәр, йәнәһе лә, Өфөлә техноген һәләкәт булған, һыу алыу ҡоролмаһына фенол аҡҡан, шуға һыуҙы эсергә ярамай, тигән ялған хәбәрҙәр тарата.

«Иҫкәртеү» ялған булып сыҡты, ҡала хакимиәтендә лә, «Өфө һыу каналы» предприятиеһында ла мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар. «Ҡаланың эсәр һыуы өфөләр өсөн хәүефһеҙ», — тип белдерҙеләр предприятиела.

Асыҡланыуынса, бер нисә йыл элек тә социаль селтәрҙә ошондай уҡ йөкмәткеле хәбәр таратылған.

«Социаль селтәрҙә 1989 йылда баш ҡалабыҙҙа булған фенол һәләкәте тураһында хәтирә менән бәйле төрлө хәбәрҙәр йөрөй. Һуңғы тапҡыр ялған хәбәрҙәр 2017 йылдың сентябрендә, ә уға тиклем – 2015 йылда ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан ебәрелгәйне. Ул саҡтағы кеүек, хәҙер ҙә бындай хәбәрҙәр дөрөҫлөккә тап килмәй. Ҡала халҡы һыуҙың сифаты хаҡында борсолмаҫҡа мөмкин», — тип белдерҙеләр баш ҡала хакимиәтендә.

Өфө хакимиәтендә ялған мәғлүмәт таратҡан өсөн ғәйеплеләрҙе енәйәт яуаплылығына тарттырыу тураһында ғариза менән хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә йыйыналар. Закон буйынса, ялған хәбәрҙе дөрөҫ тип таратҡан өсөн 500 мең һумға тиклем штраф янай.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас