

Мәктәптәрҙе заманса йыһазландырыуҙы капиталь ремонт программаһына индерәсәктәр. Ошондай комплекслы ҡараш булмайынса тороп, яңы белем биреү мөхитен төҙөү мөмкин түгел, ти белгестәр. Башҡортостанда 365 мәктәпкә капиталь ремонт талап ителә. Йәғни һәр бишенсе мәктәп төҙөкләндереүгә мохтаж.
Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, ремонт талап ителгән һәр мәктәпте күҙ уңында тотоп, ваҡытында проект әҙерләү төп бурыстарҙың береһе.
-Башҡортостанда һәр бишенсе мәктәптең ремонтҡа мохтажлығы бар. Бурыс - федераль финанслауҙы алыу өсөн үҙ ваҡытында проект төҙөп заявка кампанияһында ҡатнашыу. Сөнки беҙгә 2026 йылдарға тиклем йыл һайын 70 мәктәпте ремонтларға кәрәк,- тигән республика етәксеһе.
Республика мәғариф һәм фән министрлығының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостан комплекслы капиталь ремонт проектына ҡушылырға әҙер. Быйыл ошо маҡсатта республика бюджетынан 400 миллион һум аҡса бүленгән. 18 мәктәп, 5 балалар баҡсаһы, бер спорт мәктәбе ремонтланған. Юл ыңғайнда ашханалар,мәктәп кабинеттары, урамдағы спорт майҙансыҡтары яңыртылған.