+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
30 Августа 2021, 12:22

Вафат булыусыларҙың күбеһе – 60-ты уҙғандар

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлек эсендә яуыз инфекциянан йәнә 14 ауырыу вафат булған. Унан өҙөлгән ғүмерҙәр 1 101 иҫәпләнә. Донъя ҡуйыусыларҙың 879-ы – 60-ты уҙған өләсәй һәм олатайҙар.

Вафат булыусыларҙың күбеһе – 60-ты уҙғандарВафат булыусыларҙың күбеһе – 60-ты уҙғандар
Вафат булыусыларҙың күбеһе – 60-ты уҙғандар

Республикабыҙҙа һуңғы тәүлектә коронавирус 304 кешене аяҡтан йыҡҡан. Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда ковид йоҡтороуҙың 56 748 осрағы теркәлгән.

Әлеге мәлдә ковид-госпиталдәрҙә 669 ауырыу дауалана, араларында иң күбе – 424-е – 60 йәште үткәндәр. Сырхауҙарҙың 59-ы – ауыр хәлдә, алтауһы яһалма һулыш аппараты ярҙамында ғына тын ала.

Участка табибы күҙәтеүе аҫтында өйҙәрендә дауаланыусылар – 3 245, шуларҙың яртыһынан ашыуы – 1638-е – 60 йәштән өлкәндәр.

Бер тәүлектә 54 кеше дауахананан сыҡҡан. Йәмғеһе 51 733 яҡташыбыҙ ковидты еңеүгә өлгәшкән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, инфекция ҡорбандары көн һайын арта бара, тәүлек эсендә йәнә 14 ауырыу вафат булған. Афәт өҙгән ғүмерҙәр 1 101 иҫәпләнә, донъя ҡуйыусыларҙың 879-ы – 60-ты уҙған өләсәй һәм олатайҙар.

Дауахананан тыш пневмония диагнозы кисәле-бөгөнлө 132 кешегә ҡуйылған, унан һауығыусылар – 97.

Ковидҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын 1 150 148 кеше яһатһа, икенсеһен эшләтеүселәр – 984 694.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас