-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
30 Августа 2021, 05:33

Ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, ужым сәсәләр

Республикала көҙгө сәсеү эштәре йылдам төҫ ала. Тупраҡта дым булмауға ҡарамаҫтан, күпселек хужалыҡтарҙа ужым культураларын сәсеүгә төштөләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, ужым сәсәләрҠоролоҡҡа ҡарамаҫтан, ужым сәсәләр
Ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, ужым сәсәләр

Республикала көҙгө сәсеү эштәре йылдам төҫ ала. Тупраҡта дым булмауға ҡарамаҫтан, күпселек хужалыҡтарҙа ужым культураларын сәсеүгә төштөләр.

“Артабан көтөүҙән мәғәнә юҡ, ямғырҙар яуыр, тигән ышаныс менән сәсеүҙе башларға кәрәк. Белгестәр әле дым оҙағыраҡ һаҡланыусы таҙа пар ерҙәренә сәсергә кәңәш итә”, –тип хәбәр итәләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан. Таҙа пар ерҙәре – быйыл эшкәртелмәгән, ял иткән баҫыуҙар.

Киләһе йыл уңышы өсөн 600 мең гектар ужым сәсергә ниәтләйҙәр, был былтырғы менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек күберәк. Аграр технологияларға ярашлы, ужым культураларын сәсеүҙе 20 сентябргә тамамларға кәрәк.

Фото БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас