

“Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) милли чемпионатының финалы тамамланды. Башҡортостан дөйөм команда иҫәбендә икенсе урын яуланы. Еңеүселәр махсус һайлап алыу турын үткәндән һуң, киләһе йылда Рәсәй йыйылма командаһы сафында Шанхайға барасаҡ.
Ярыштарҙың һәм сараның юғары кимәлдә ойошторолоуон Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов та билдәләп үтте. Ул чемпионат финалының ябыу тантанаһында ҡатнашты.
-Ворлдкилс майҙансыҡтары буш тормаясаҡ. Уларҙың һәр береһендә пилотһыҙ авиация кластеры төҙөләсәк. Беҙ “Геоскан”, “Аэроглоуб”, “Ховер”, Жуковский исемендәге милли- тикшеренеү үҙәге, Өфө авиация университеты менән килешеү төҙөнөк. Унда пилотһыҙ осоу аппараттары, аэротакси, 300 килограмм ауырлығында йөк күтәрерлек осоу мотоциклы- ховербайк сығарыласаҡ. Осоу аппараттарын ауыл хужалығында файҙаланырға була. Авиация университеты пилотһыҙ система менән идара итеүгә белгестәр әҙерләйәсәк, ә Геоскан двигатель сығарыу өҫтөндә эшләйәсәк. Иң мөһиме был ярыштар арҡаһында эшсе һөнәрҙәрҙең абруйы күтәрелде һәм ҡатнашыусыларҙың профессиональ кимәле артты,- тине сығышында республика хөкүмәте етәксеһе Андрей Назаров.
Кластерҙа фәнни- тикшеренеү майҙансығы, һынау полигоны, станциялар һәм башҡа ҡоролмалар урын аласаҡ. Ул Кумертауҙағы КумаПП вертолет заводына ла инер тип күҙаллана.