+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
30 Августа 2021, 08:25

Башҡортостан командаһы икенсе урында

Өфөлә 25–29 августа Рәсәйҙәге һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары һәм уҡыусылары араһында IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты үтте.

Башҡортостан командаһы икенсе урындаБашҡортостан командаһы икенсе урында
Башҡортостан командаһы икенсе урында

Өфөлә 25–29 августа Рәсәйҙәге һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары һәм уҡыусылары араһында IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)-2021 милли чемпионаты үтте

Уның һөҙөмтәләре буйынса Мәскәүҙең йыйылма командаһы беренселектең абсолют чемпионы тип танылды.

Миҙалдар иҫәбенә ярашлы, беренсе урынды Татарстан Республикаһы яуланы.

Икенсе урынды Башҡортостан Республикаһы һәм Санкт-Петербург командалары бүлеште.

Өсөнсө позицияға Мәскәү өлкәһе сыҡты.

Билдәле булыуынса, Башҡортостандың йыйылма командаһы 2017 йылда Милли финалдың 13-сө урынында булһа, былтыр 8-се урынға күтәрелгәйне.

Иң көслө ун команда исемлегенә шулай уҡ Красноярск һәм Краснодар крайҙары, Новосибирск, Кемеров, Свердловск, Силәбе, Сахалин, Һамар, Төмән өлкәләре, Саха Республикаһы (Яҡутстан) инде.

Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, бәйгелә еңеүселәргә 100 мең һум, призерҙарға 50 мең һум аҡса түләнәсәк. Ошо уҡ сумманы  еңеүселәрҙе әҙерләгән уҡытыусылар ҙа аласаҡ.

Башҡортосан командаһы барлығы 46 “алтын”, “көмөш”, “бронза” миҙалы яуланы.

Фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы сайтынан алынды. 

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас