

Нефтекама ҡала көнөн билдәләне. Ул республикала халыҡ иҫәбе буйынса 4-се урында торған төбәк. Нефтекаманың ҡала статусын алыуына быйыл 58 йыл. Төп байрам саралары үҙәк паркта үтте. Унда алып барыусы итеп беҙгә таныш булған кино актеры, йырсы Дмитрий Харатьян саҡырылғайны. Әткәндәй, ул Республика Башлығы Радий Хәбиров эшләп киткән Красногорск ҡалаһында йәшәүен билдәләне. Дмитрий Харатьян үҙенең сығышында, Радий Фәрит улының ҡаланың үҫешенә индергән өлөшөн юғары баһалап китте.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Нефтекама халҡын “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең етәксеһе булараҡ та ҡотларға килде. Үҙенең сығышында ул төбәкте республикалағы иң йәш ҡалаларҙың береһе тип билдәләне.
-Нефтекама ҡалаһында урынлашҡан “Нефаз” предприятиеһы Башҡортостандың ғына түгел, ә бөтә Рәсәйҙең ғорурлығы. Завод сығарған электробустар бөтә Мәскәү урамдарында йөрөй. “БашЕврокуб” компанияһы төҙөгән инфекция госпиталдәре меңләгән кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара. Ҡала көндән- көн матурлана. Ә яңы төҙөлгән “Сәләмәтлек һуҡмағы” Нефтекама ҡалаһының брендына әйләнде.
Республика Башлығы ҡаланы үҙе юғары баһалаған рекреацион объекты “Сәләмәтлек һуҡмағы” паркын ҡараны. Республикала тиңе булмаған йәмәғәт урыны “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһы нигеҙендә 2019 йылда барлыҡҡа килгән. Паркта яңыса яҡтыртыу ҡоролмалары, урындыҡтар, йәйәү йөрөү өсөн махсус юлдар барлыҡҡа килгән. “Урал батыр” эпосы тематикаһына үткәрелгән махсус конкурста ҡатнашҡан ағас оҫталарының иң яҡшы эштәре паркты йәмләгән.
Былтыр унда воркаут буйынса спорт майҙансығы урынлаштырылған. Быйыл “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы велосипедтар өсөн юлдар төҙөкләндерелгән.
Шулай уҡ етәксе ҡаланың ҡатлы йорттар араһындағы урамдарҙы төҙөкләндереү барышы менән дә танышты.