+5 °С
Облачно


Ворлдкилс чемпонатында ҡатнашыусы йәштәр юғары технологиялы ҡорамалдарҙа эшләү һәләтенә эйә. Улар программа ярҙамында идара итә торған станоктарҙы ла яҡшы үҙләштергән. Конкурста егеттәр һәм ҡыҙҙар машиналар эшләү тармағына кәрәкле деталдәр етештерҙе.
Билдәле булыуынса, чемпионатта яңы һөнәр үҙләштереүсе йәштәр ҙә, эксперттар ҙа ҡатнаша. Шундай эксперттарҙың береһе Павел Тимошев йәш профессионалдарҙың хеҙмәтенә юғары баһа бирҙе.
Әйткәндәй, милли чемпионатҡа бирелгән ҡорамалдарҙың барыһы юғары технологиялы.