+10 °С
Ясно


Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 27 авгусҡа ҡарата республикала коронавирус йоҡтороуҙың йәмғеһе 55 841 осрағы раҫланған. Тәүлек эсендә ауырыуҙар 301-гә артҡан.
Яуыз вирустан аҙаҡҡы 24 сәғәттә 15 сырхау вафат булған. Пандемия башланғандан алып ковид ҡорбандары 1058-гә етте.
Үткән тәүлектә 112 кеше, кеше, һауығып, стационарҙан сыҡҡан. Сәләмәтләнеүселәрҙең дөйөм һаны – 51 587.
Республикала коронавирусҡа ҡаршы вакцинация әүҙем дауам итә. Уның тәүге компонентын яһатыусылар – 1 135 026, икенсе компонентын да ҡаҙатыусылар – 963 364.