+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Августа 2021, 09:29

Өфө - Ворлдскилс чемпионатын уҙғарыу урынына дәғүә итә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  Ворлдскилс  милли чемпионатының финалын йыл һайын Башҡортостанда үткәреү тәҡдимен индерҙе. Өфө  тәү сиратта машиналар эшләү тармағының юғары үҫеше буйынса “WS баш ҡалаһы” тигән исемгә дәғүә итә ала, ти белгестәр.

Өфө - Ворлдскилс чемпионатын уҙғарыу урынына дәғүә итәӨфө - Ворлдскилс чемпионатын уҙғарыу урынына дәғүә итә
Өфө - Ворлдскилс чемпионатын уҙғарыу урынына дәғүә итә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  Ворлдскилс  милли чемпионатының финалын йыл һайын Башҡортостанда үткәреү тәҡдимен индерҙе. Өфө - тәү сиратта машиналар эшләү тармағының юғары үҫеше буйынса “WS баш ҡалаһы” тигән исемгә дәғүә итә ала, ти белгестәр.

Радий Фәрит  улының билдәләүенсә, Өфөлә ошондай кимәлдәге чемпионаттарҙы уҙғарыу өсөн нигеҙ бар.

- Баш ҡалала  сифатлы күнекмәләр өсөн етештереү майҙансыҡтары һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн мөмкинлектәр бар.  ОДК-УМПО базаһында асылған Ростехтың яңы уҡытыу үҙәге бөтә тейешле ҡорамалдар менән тәьмин ителгән һәм ошо мәсьләләрҙе хәл итеүгә тулыһынса  тура килә, - тине республика етәксеһе.

Ростех дәүләт корпорацияһының хеҙмәт баҙарында талап ителгән эшселәр әҙерләүсе  уҡытыу- етештереү үҙәге 25 августа асылды. Ул ОДК- УМПО-ның етештереү майҙансыҡтарында урын алған. Унда әле Өфө машиналар эшләү колледжының уҡыу оҫтаханалары урынлшҡан.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас