+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Августа 2021, 08:54

Бал йәрминкәләренә килегеҙ!

Был ялдарҙа Өфөлә бал йәрмикәләре үтәсәк.

Бал йәрминкәләренә килегеҙ!Бал йәрминкәләренә килегеҙ!
Бал йәрминкәләренә килегеҙ!

Был ялдарҙа Өфөлә бал йәрмикәләре үтәсәк. 28 һәм 29 августа баш ҡалабыҙҙа һигеҙ майҙансыҡта хуш еҫле, тәмле бал алырға мөмкин буласаҡ.

Шәмбе көндә:

– Хәҡиҡәт урамы буйлап, Таллин урамынан Ухтомский урамына тиклемге автоюл участкаһында;

– Интернациональ урамы менән Машина төҙөүселәр урамы киҫешкән урында;

– Мушников урамы һәм Баландин бульвары киҫешкән ерҙә;

– Эшсе Хәбәрселәр урамы, 20 адресы буйынса;

– “Тулҡын” паркы эргәһендә (Әхмәтов урамы);

– Спорт һарайы алдында (Р. Зорге урамы, 41);

– С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда (Беренсе Май урамы, 14);

– Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда (Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 21).

Йәкшәмбелә:

– Интернациональ урамы менән Машина төҙөүселәр урамы киҫешкән урында;

– Мушников урамы менән Баландин бульвары киҫешкән ерҙә;

– Эшсе Хәбәрселәр урамы, 20 адресы буйынса;

– С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда (Беренсе Май урамы, 14);

– Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда (Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 21).

Йәрминкәлә ҡатнашырға республикабыҙ балсылары һәм һатыу өсөн айырым шарттар талап ителмәгән ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр саҡырыла.

Йәрминкәләр 10 сәғәттән 16 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас