+8 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
26 Августа 2021, 11:52

Земфираның тыуған көнө

26 августа  билдәле башҡарыусы, йырҙар авторы,   яҡташыбыҙ Земфира Рамаҙанованың тыуған көнө. Уға 45 тула. Башҡортостандан сыҡҡан башҡа билдәле рок йондоҙҙары кеүек Земфира ла Өфөлә тыуған һәм белем алған.   

Добавить в предпочтительные источники Google
Земфираның тыуған көнөЗемфираның тыуған көнө
Земфираның тыуған көнө

26 августа  билдәле башҡарыусы, йырҙар авторы,   яҡташыбыҙ Земфира Рамаҙанованың тыуған көнө. Уға 45 тула. Башҡортостандан сыҡҡан башҡа билдәле рок йондоҙҙары кеүек Земфира ла Өфөлә тыуған һәм белем алған.   

Земфира Рамаҙанова Өфөнөң Черникова биҫтәһендә тыуып үҫкән. Уны атаһы тарих уҡытыусыһы, әсәһе- дауалау физкультураһы буйынса белгес булып эшләгән. Земфираны 5 йәшендә музыкаль мәктәпкә бирәләр. Унда ҡыҙыҡай хорҙа йырлай, фортепианола уйнарға өйрәнә.

Һуңынан йәштәр йыйылма командаһы капитаны булараҡ баскетбол менән шөғөлләнә. Шунда ул үҙенең дуҫтары өсөн гитарала рок йырҙары башҡара.

Земфира Рамаҙанова филолог һөнәрен һайларға ниәтләй, әммә юлдар уны Өфө сәнғәт училищеһына илтә. 1996 йылда ул “Европа плюс” радиостанцияһына эшкә бара, ике йылдан һуң Земфира төркөмөн төҙөй.

Ләкин Земфираның данлы юлы  тыуған ҡалаһы - Өфө менән бәйле түгел. Ул ресторандарҙа, ер аҫты үткәүелдәрендә йырлап йөрөй.

Мәскәүгә киткәс, Земфира ысынлап та популярлыҡ яулай. Уның йыр альбомдарын фанаттары көтөп тора. Бөгөн Земфира бик танылған башҡарыусы, йырҙар авторы.  Өфөгә ул 2002,  2005,  2011 һәм 2013 йылдарҙа концерт менән килә. Уға республикала Шәйехзада Бабич исемендәге  йәштәр премияһы ла бирәләр.

Бер килгәнендә ул  сәхнәгә Юрий Шевчук менән сыға. “ДДТ” төркөмөнөң солисы шулай уҡ Өфөнән сыҡҡан рок йырсыһы.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас