+13 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
26 Августа 2021, 10:33

Йәштәрҙе илдең иң көслө кешеһе сәләмләне

Рәсәйҙең иң көслө кешеһе, яҡташыбыҙ Эльбрус Ниғмәтуллин  “Йәш профессионалдар” милли чемпионатында ҡатнашыусылар менән аралашты һәм үҙенең һөнәре хаҡында һөйләне. Билдәле булыуынса, Эльбрус Ниғмәттулин спорт ярҙамында үҙен бөтә донъяға танытҡан кеше. Ә спортсының тәү һөнәре төҙөүсе.

Йәштәрҙе илдең иң көслө кешеһе сәләмләнеЙәштәрҙе илдең иң көслө кешеһе сәләмләне
Йәштәрҙе илдең иң көслө кешеһе сәләмләне

Рәсәйҙең иң көслө кешеһе, яҡташыбыҙ Эльбрус Ниғмәтуллин  “Йәш профессионалдар” милли чемпионатында ҡатнашыусылар менән аралашты һәм үҙенең һөнәре хаҡында һөйләне. Билдәле булыуынса, Эльбрус Ниғмәттулин спорт ярҙамында үҙен бөтә донъяға танытҡан кеше. Ә спортсының тәү һөнәре төҙөүсе.

- Мин төп эшем спортҡа, донъя рекордарын ҡуйыуға, халыҡ араһында сәләмәт тормошто пропагандалауға бәйле. Ләкин тәү һөнәрем буйынса төҙөүсемен. Әлеге мәлдә ул минең яратҡан шөғөлөм булып ҡала. Шуға күрә,  үҙ ҡулы менән нимәлер эшләй белгән кешеләргә һәр ваҡыт һоҡланып ҡарайым. Чемпионатта ҡатнашҡан йәш профессионалдарға ла ошо йүнәлештә эштәрен дауам итеүҙәрен һәм уңыштар теләйем!

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас