+20 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
26 Августа 2021, 10:17

Милли чемпионат арҡаһында күп кенә уҡыу йорттарында заманса оҫтаханалар асыла

WorIdSkiIIs Russia милли финалының Өфөлә үтеүе байтаҡ ыңғай үҙгәрештәргә  юл аса.  Сара сиктәрендә республика урта профессиональ белем биреү учреждениеларында заманса оҫтаханалар барлыҡҡа киләсәк. Был турала хөкүмәт премьер- министры Андрей Назаров белдергән.

Милли чемпионат арҡаһында күп кенә уҡыу йорттарында заманса оҫтаханалар асылаМилли чемпионат арҡаһында күп кенә уҡыу йорттарында заманса оҫтаханалар асыла
Милли чемпионат арҡаһында күп кенә уҡыу йорттарында заманса оҫтаханалар асыла

WorIdSkiIIs Russia милли финалының Өфөлә үтеүе байтаҡ ыңғай үҙгәрештәргә  юл аса.  Сара сиктәрендә республика урта профессиональ белем биреү учреждениеларында заманса оҫтаханалар барлыҡҡа киләсәк. Был турала хөкүмәт премьер- министры Андрей Назаров белдергән.

Хөкүмәт етәксеһе билдәдәүенсә, бөгөн беҙ 4-се сәғәнәт революцияһы осоронда йәшәйбеҙ.

- WordSkiIIs эксперттарының иҫәпләп сығарыуынса, уҡып сыҡҡан кешеләр күп, ә улар хеҙмәт баҙарына кәрәк түгел. Бындай тигеҙһеҙлек 1 миллиард 400 мең кешегә ҡағыла. Йәғни йәштәр күпме ваҡыт, аҡса сарыф итеп белем ала, ә ғәмәлдә иһә эш таба алмай. Шул уҡ ваҡытта вакансиялар бар, ә эшһеҙлек көслө. Бының иҡтисади эҙемтәләре бик юғары. Башҡортостан хөкүмәте был проблема өҫтөндә күптән эшләй, - тигән Андрей Назаров.

Чемпионатты Өфөлә ҡабул итеүҙең ике сәбәбе бар.

-Уның береһе ,республиканың юғары кимәлдәге саралар үткәреүгә һәләтле икәнлеген күрһәтеү, икенсеһе - йәштәргә  кәрәкле белем алыуға мөмкинлектәрҙең киң булыуын аңлатыу. Бынан тыш ошо сара арҡаһында күп кенә уҡыу йорттары технологик ҡорамалдар менән тәьмин ителәсәк. Был йәһәттән  колледждарҙа 100  оҫтахана асыласаҡ. Беҙ йәштәрҙең белем алыу,  теге йәки был һөнәрҙе үҙләштереү мөмкинлектәрен киңәйтәсәкбеҙ. Шуның арҡаһында  Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә меңләгән белгес эшләйәсәк, - тине хөкүмәт башлығы.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас