

Башҡортостанда тәүлек эсендә ковидтан тағы 15 ауырыу вафат булды. Кисә лә шунса уҡ ғүмер өҙөлгәйне. Шәфҡәтһеҙ сирҙән үлеүселәр хәҙер 1029 иҫәпләнә.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, кисәле-бөгөнлө инфекция 299 сырхауҙа раҫланған. Республикала коронавирус йоҡтороусылар йәмғеһе – 55 238. Шуларҙың 51 025-е һауыҡҡан, 397-һе – аҙаҡҡы тәүлектә.
Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа ковидтан дауаланыусылар – 633, 50-һенең хәлен табиптар ауыр тип баһалай, берәүһе – яһалма һулыш аппаратында. Табип ҡушҡан дарыуҙарҙы өйҙәрендә эсеп дауаланыусылар – 2 551.
Зәһәр ауырыуға ҡаршы прививканың тәүге өлөшөн 1 119 014 кеше яһатҡан, икенсеһен дә эшләтеүселәр – 938 772.
Фото "Башинформ"дан алынды.