+18 °С
Дождь


Чумаков исемендәге үҙәктә ковидҡа ҡаршы “Ковивак” вакцинаһын вирустың яңы штамдарынан һаҡларлыҡ итеп үҙгәртеп эшләйәсәктәр. Үҙәктең генераль директоры, Башҡортостанда тыуып үҫкән Айҙар Ишмөхәмәтов “Рәсәй -24” телеканалына шулай тип белдерҙе.
“Беҙ яңы вакцина яһау өсөн бөтә әҙерлек этаптарын үтәбеҙ. Һүҙ эшләп еткереү хаҡында бармай. Бары шул ғына: был вакцинала әлегәсә вирустың “альфа” төрө булһа, хәҙер “дельта” штамын индерәсәкбеҙ ”, – тип аңлата ғалим.