

«Йәш профессионалдар” (WorIdSkiIIs Russia) сараһын асыу тантанаһы алдынан Башҡортостан хөкүмәте һәм “Вогоноремонтный завод” акционерҙар йәмғиәте араһында “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөлдө. Яҡтар килешеүенә хөкүмәт премьер- министры урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һәм заводтың генераль директоры Алексей Самоукин ҡул ҡуйҙы.
Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу проектын тормошҡа ашырыу буйынса Өфө аэропорты менән дә килешеү төҙөлдө.
Предприятиеларға милли проекттарҙа ҡатнашыу компетентлыҡ төбәк үҙәге эксперттарының методологик ярҙамы менән бушлай файҙаланыу, финанс ярҙамда льготалы займға дәғүә итеү, килемгә һалымды кәметеү мөмкинлеге бирә.
Уҡытыу йүнәлештәренә килгәндә, ойошмаларға “Етереүсәнлек лидерҙары” программаһы буйынса идара итеү белемен күтәрергә, экспорт мөмкинлектәрен киңәйтеүгә юл асыла.
Хеҙмәт етештереүсәнлеге милли пректы Президент Владимир Путиндың 2018 йылғы май указында ҡаралған. Башҡортостандан был проектта 115 предприятие ҡатнаша.