+17 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
25 Августа 2021, 14:26

Үҙеңде төрлө һөнәрҙә һынап ҡара

“Йәш профессионалдар” IX милли чемпионаты менән берлектә үҙеңә һөнәр һайла. Өфөгә чемпионатта ҡатнашыу өсөн 1800 конкурсант килгән, шуның 600 кеше – 16 йәшкә тиклемгеләр. Сарала Рәсәйҙең 76 төбәгенән төрлө командалар ҡатнаша.

Үҙеңде төрлө һөнәрҙә һынап ҡараҮҙеңде төрлө һөнәрҙә һынап ҡара
Үҙеңде төрлө һөнәрҙә һынап ҡара

 “Йәш профессионалдар” IX милли чемпионаты менән берлектә үҙеңә һөнәр һайла. Өфөгә чемпионатта ҡатнашыу өсөн 1800 конкурсант килгән, шуның  600 кеше – 16 йәшкә тиклемгеләр. Сарала  Рәсәйҙең 76 төбәгенән төрлө командалар ҡатнаша.  

Өфөлә үтәсәк чемпионаттың төп ярыш майҙансығы итеп “Йәш профессионалдар паркы” һайланған. Ул баш ҡаланың Рубежный урамында урынлашҡан. Ә сараның эшлекле өлөшө 26-28 августа “Торатау” конгресс- холында үтә.

Башҡортостандан был сарала 500-гә яҡын кеше, шул иҫәптән 280 бәйгесе, 218 эксперт ҡатнаша. Республика ярыштың 103 йүнәлеше буйынса көс һынашасаҡ. Һәр кем үҙен төрлө һөнәрҙә һынап ҡарай аласаҡ.

Ярыштарҙы инеп ҡарау  ирекле буласаҡ. “Йәш профессионалдар” (WorIdSkiIIs) – ул  Рәсәйҙә урта профессиональ һәм юғары уҡыу йорттары студенттары, 16 йәшкә тиклемге йәштәр араһында профессиональ оҫталыҡҡа ярыштар.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас