

WorIdSkiIIs Russia милли финалында ҡатнашыусылар өс көн эсендә төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырасаҡ. Йәштәргә 2D һыҙмаһы буйынса лазер станоктарында ла эшләргә тура киләсәк.Был ярышта 16 йәштән өлкән 10 кеше һәм унан да йәшерәктәр ҡатнашасаҡ. Конкурс һынауҙары 26 августа старт ала.
Ярышта ҡатнашыусылар бөгөндән үк инфростурктура, майҙансыҡ һәм ҡорамалдарҙың эш һөҙөмтәлелеген тикшереп сыҡты.
Конкурста ҡатнашыусыларға һыҙма ғына бирәсәктәр. Ә нимә эшләүҙәрен улар бәйге булған көндө генә беләсәк. Мәҫәлән, уҙған чемпионаттарҙың береһендә конкурсанттар фен, гироскутер, кофемашина эшләгән.
Балалар быны производствоға ҡарағанда өс көндә эшләп бирә, ти белгестәр.