+20 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Августа 2021, 18:27

Вирус өҙгән ғүмерҙәр меңдән артты

Республикала ковидтан вафат булыусылар меңдән артты. Аҙаҡҡы тәүлектә вирус 300 ауырыуҙа асыҡланған, бығаса булмағанса – 15 ғүмер өҙөлгән.

Вирус өҙгән ғүмерҙәр меңдән арттыВирус өҙгән ғүмерҙәр меңдән артты
Вирус өҙгән ғүмерҙәр меңдән артты

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, үткән тәүлектә ковид инфекцияһы 300 сырхауҙа раҫланған. Республикала вирус йоҡтороуҙың, дөйөм алғанда, 54 939 осрағы теркәлгән.

Әлеге мәлдә стационарҙарҙа 642 сырхау яуыз инфекцияға ҡаршы дауа ала, 403-ө – 60 йәште үткән ханым һәм уҙамандар. Ауырыуҙарҙың 53-өнөң хәле ауыр, берәүһе яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған.

Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 2 655, шуларҙың яртыһы тиерлек – 1 312-һе – етенсе тиҫтәне ҡыуыусылар.

Бер тәүлектә 491 кеше, сирҙән һауығып, дауахананан ҡайтҡан. Һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 50 628.

Аҙаҡҡы 24 сәғәттә зәһәр вирустан 15 яҡташыбыҙ донъя ҡуйған – пандемия башланғандан алып бер тәүлек эсендә был хәтлем үлем осрағы булғаны юҡ ине әле. Афәт өҙгән ғүмерҙәр меңдән артып китте – 1014. Уларҙың 814-е – 60-ты уҙғандар.

Министрлыҡ шулай уҡ дауахананан тыш пневмония менән сирләүселәр хаҡында ла хәбәр итә: һуңғы тәүлектә үпкә ялҡынһыныуы диагнозы 136 ауырыуға ҡуйылған, 126 кеше, унан ҡотолоп, стационарҙан сыҡҡан.

Республикала ковидҡа ҡаршы прививканың беренсе компонентын 1 111 643 кеше яһатҡан, ике компонентын да ҡаҙатып, вакцинацияны тулыһынса үтеүселәр – 927 911.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас