+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Августа 2021, 05:41

Өфө педагогтарының 90 проценттан ашыуы прививка яһатҡан

Өфө ҡалаһы педагогтарының 90 проценттан ашыуы, шул иҫәптән балалар баҡсалары тәрбиәселәре, өҫтәмә белем биреү ойошмалары педагогтары һәм мәктәп уҡытыусылары коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләткән.

Өфө педагогтарының 90 проценттан ашыуы прививка яһатҡанӨфө педагогтарының 90 проценттан ашыуы прививка яһатҡан
Өфө педагогтарының 90 проценттан ашыуы прививка яһатҡан

Өфө ҡалаһы педагогтарының 90 проценттан ашыуы, шул иҫәптән балалар баҡсалары тәрбиәселәре, өҫтәмә белем биреү ойошмалары педагогтары һәм мәктәп уҡытыусылары коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләткән. Был турала Өфө хакимиәтенең оператив кәңәшмәһендә ҡала мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова билдәләне.

“Беҙ был йүнәлештә эште дауам итәбеҙ. Педагогтар отпускынан сығалар һәм прививка яһатырға баралар, сөнки вакцинацияның ни тиклем мөһим икәнлеген аңлайҙар”, – тине ул.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас