+16 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
24 Августа 2021, 07:12

Арғаяшта белем фестивале үтте

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһен электән килгән хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй. Быға өлкәлә милләттәштәребеҙҙең дә күпләп  йәшәүе булышлыҡ итә. Ошо көндәрҙә Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында “Белем” мәғариф фестивале үтте. Уны Башҡортостандың фән һәм мәғариф министрлығы Башҡортостан тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәте менән берлектә  ойошторған. Сарала республиканың алдынғы интернат- гимназия вәкилдәре ҡатнашты.

Арғаяшта белем фестивале үттеАрғаяшта белем фестивале үтте
Арғаяшта белем фестивале үтте

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһен электән килгән хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй. Быға өлкәлә милләттәштәребеҙҙең дә күпләп  йәшәүе булышлыҡ итә. Ошо көндәрҙә Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында “Белем” мәғариф фестивале үтте. Уны Башҡортостандың фән һәм мәғариф министрлығы Башҡортостан тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәте менән берлектә  ойошторған. Сарала республиканың алдынғы интернат- гимназия вәкилдәре ҡатнашты.

Билдәле булыуынса, Арғаяш районының 17 мәктәбендә башҡорт теле фән булараҡ уҡытыла, тағы өс белем усағында  әсә теле факультатив рәүешендә алып барыла. Шул уҡ ваҡытта Силәбе өлкәһендә йәшәгән башҡорт балалары белем алыу өсөн республикаға ла килә. Бының өсөн гимназияларҙа, юғары уҡыу йорттарында милләттәштәребеҙ өсөн айырым урындар ҙа бүленгән.

Был сарала Рәми Ғарипов исемендәге данлыҡлы беренсе һанлы гимназия- интернаты, республика инженер лицей- интернаты, Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия интернаты һәм Сибай ҡалаһының гимназия- интернаты вәкилдәре ҡатнашты.

Арғаяш балалары  уҡыу йорттарының исем туйҙары, унда инеү шарттары менән таныша алды. Уҡыусылар өсөн  шулай уҡ төрлө оҫтаханалар, квестар ойошторолдо.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас