+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
23 Августа 2021, 04:56

Тынды ҡурғыс эҫе ҡасан бөтөр?

Гисметео мәғлүмәттәре буйынса, ошо аҙнала һауа температураһы түбәнәйә башлаясаҡ.

Тынды ҡурғыс эҫе ҡасан бөтөр?Тынды ҡурғыс эҫе ҡасан бөтөр?
Тынды ҡурғыс эҫе ҡасан бөтөр?

Гисметео мәғлүмәттәре буйынса, ошо аҙнала һауа температураһы түбәнәйә башлаясаҡ.

Аҙнаның тәүге яртыһында әле эҫе – көндөҙ 32 градустан 35 градусҡа тиклем булыуы көтөлә. Йомаға көндөҙ температура 28 градусҡаса төшәсәк, төндәр ҙә һалҡыныраҡ буласаҡ. Урыны менән ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе ихтимал.

Йәйҙең һуңғы ял көндәрендә – 28 һәм 29 августа республикала яуым-төшөмһөҙ һауа торошо фараз ителә, көндөҙ – 20 градус, төнөн 13 градустан 16 градусҡа тиклем йылы буласаҡ.

Артабанғы аҙна шулай уҡ сыуаҡ буласаҡ, ләкин ҡояш улай көйҙөрмәйәсәк, 27 градусҡа тиклем йылытасаҡ. Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы мөмкин.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас