

Хаҡлы ялдағылар өсөн һөйөнөслө хәбәр: Рәсәй Президенты Владимир Путин быйыл пенсионерҙарға 10-ар мең һумлыҡ бер тапҡыр бирелә торған аҡса түләргә тәҡдим итте. Ошо хаҡта ул йәкшәмбе "Берҙәм Рәсәй" партияһы вәкилдәре менән осрашыуҙа әйтте. Шулай уҡ был социаль ярҙам хәрби хеҙмәткәрҙәргә лә күрһәтеләсәк: улар бер тапҡыр яҡынса 15 мең һум күләмендә аҡса аласаҡ.
Президент түләүҙәр эшләүсе пенсионерҙарға ла, эшләмәүселәренә лә, хәрби пенсионерҙарға ла бирелергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһына, Хөкүмәткә һәм тейешле ведомстволарға был мәсьәлә өҫтөндә эшләргә кәрәклеген билдәләне. Партия съезының икенсе этабында әлеге тема ентекләберәк тикшереләсәк.