

Республика стационарҙарында ковид менән сирләүсе 23 бала дауалана. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин хәбәр итте.
23 август мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә мәкерле инфекциянан 12 яҡташыбыҙ вафат булған, пандемия башланғандан алып донъя ҡуйыусылар һаны меңгә еткән тиерлек – 999. Шуларҙың 802-һе – 60-ты уҙған кешеләр.
Әлеге мәлдә республикала коронавирус йоҡтороусылар 54 639 иҫәпләнә. Аҙаҡҡы тәүлектә сир 297 сырхауҙа раҫланған.
Стационарҙарҙа дауаланыусылар – 790, 504-е – етмеште ҡыуған өләсәй менән олатайҙар. Сирлеләрҙең 67-һе ауыр хәлдә, өсәүһе – яһалма һулыш аппаратында.
Поликлиника табибы күҙәтеүе аҫтында өйҙәрендә дауаланыусылар – 2 713.
Үткән тәүлектә, ковидтан ҡотолоп, дауахананан сығыусылар – 57, һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 50 137.
Кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуы 130 ауырыуҙа асыҡланған, унан сәләмәтләнеүселәр – 102.
Республикала коронавирусҡа ҡаршы прививканың беренсе компонентын 1 106 459 кеше эшләткән, икенсе компонентын да яһатып, вакцинацияны тулыһынса үтеүселәр — 920 977.