+18 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
23 Августа 2021, 11:43

Иң оҫта йәш һөнәрмәндәр Өфөгә йыйыла

25 августан 29 авгусҡа тиклем Өфөлә “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) IX милли чемпионатының финалы уҙасаҡ.  

Иң оҫта йәш һөнәрмәндәр Өфөгә йыйылаИң оҫта йәш һөнәрмәндәр Өфөгә йыйыла
Иң оҫта йәш һөнәрмәндәр Өфөгә йыйыла

25 августан 29 авгусҡа тиклем Өфөлә “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) IX милли чемпионатының финалы уҙасаҡ.  

Ул – Рәсәйҙә урта һәм юғары һөнәри белем биреү учреждениеларының 16 йәштән 25 йәшкә тиклемге студенттары һәм 16 йәшкә тиклемге мәктәп уҡыусылары араһында WorldSkills стандарттары буйынса иң күләмле һөнәри оҫталыҡ ярыштары. Сара йыл һайын “Мәғариф” милли проектына ингән “Йәш һөнәрмәндәр” федераль проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә үтә.

Ойоштороусылары – Рәсәй Мәғариф министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, “Профессиональ оҫталыҡты үҫтереү агентлығы (Ворлдскиллс Рәсәй)” һәм “Стратегик башланғыстар агентлығы” йәмғиәттәре.

Йәш һөнәрмәндәрҙең милли чемпионаты финалы Рәсәй Федерацияһында быйыл “Фән һәм технологиялар йылы”н үткәреү буйынса төп саралар планына индерелгән.

Конкурста ҡатнашыусылар 105 һөнәри йүнәлеш буйынса үҙ оҫталығын күрһәтәсәк. Йүнәлештәр ете бүлеккә бүленгән: төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, етештереү һәм инженерлыҡ технологиялары, хеҙмәттәр өлкәһе, транспорт һәм логистика, мәғариф.

 Чемпионатта шулай уҡ Азия-Тымыҡ океан төбәге һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе бәйгеселәре һәм эксперттары ла ситтән тороп ҡатнашырға йыйына.

“Йәш һөнәрмәндәр” чемпионатының эшлекле программаһы 26 августан 28 авгусҡа тиклем “Торатау” Конгресс-холында уҙасаҡ. Тематик сессияларҙа алдағы 5-10 йылда һөнәри белем биреү системаһы ниндәй һынауҙар менән осрашасағы хаҡында фекер алышыуҙар булыр, тип көтөлә. Пленар ултырышта WorldSkills хәрәкәтенең төбәктәр һәм иҡтисадтың төрлө тармаҡтары үҫешенә, улар өсөн кадрҙар әҙерләүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлеге баһаланасаҡ.

Финал барышында беренсе тапҡыр 5-10 класс уҡыусылары өсөн һөнәри йүнәлеш майҙансығы ойоштороласаҡ. Унда балаларҙы үҙҙәренең ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса экскурсиялар, заманса һөнәрҙәр донъяһы менән танышыу көтә. Уларға дүрт маршрут тәҡдим ителәсәк: “Креатив һөнәрҙәр һәм мәғариф”, “Етештереү, инженерия һәм һанлы технологиялар”, “Хеҙмәтләндереү өлкәһе”, “Төҙөлөш технологиялары”.

Сара 25 августа асыла, уны ябыу һәм еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы 29 августа була.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас