

Быйылғы йәйҙә ямғырҙар уртаса айлыҡ норманан яҡынса ике тапҡырға аҙыраҡ булған.
Метеопрогноздар бүлеге етәксеһе Гөлназ Заһитова әйтеүенсә, Башҡортостанда ҡоролоҡ майҙа уҡ башланған. “Майҙа норманың өстән бер өлөшө, июндә – 60 проценты, июлдә – 70, августа 10 проценты ғына яуҙы”, – ти ул.
Өфөлә 1 августан бирле ямғыр күҙе төшкәне юҡ. Башҡортостанда һуңғы тапҡыр яуым-төшөм республиканың төньяҡ-көнбайышында, Яңауыл районында, булған.
“Алдағы өс көндә шундай уҡ һауа торошо һаҡланасаҡ. Көндәр август өсөн ғәҙәттән тыш эҫе торасаҡ”, – ти Гөлназ Заһитова.
Ныҡ эҫе булыу һәм тупраҡта дым бөтөнләй ҡалмау сәбәпле, Башҡортостанда игенселәр әле ужым культураларын сәсеүгә төшмәгән.
Фото "Башинформ"дан алынды.