+20 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Августа 2021, 05:24

Шәһит Хоҙайбирҙин хаҡында фильм төшөрәләр

Быйыл халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 125 йыл тула. Күгәрсен районында уның тураһында фильм төшөрөлә, тип яҙалар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтында.

Шәһит Хоҙайбирҙин хаҡында фильм төшөрәләрШәһит Хоҙайбирҙин хаҡында фильм төшөрәләр
Шәһит Хоҙайбирҙин хаҡында фильм төшөрәләр

Быйыл халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 125 йыл тула. Күгәрсен районында уның тураһында фильм төшөрөлә, тип яҙалар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтында.

Данлыҡлы яҡташтары тураһында тарихи фильм ижад итеүгә күгәрсендәр район мәҙәниәт һарайының халыҡ театры режиссеры Фәймә Аҡъюлова етәкселегендә апрель айында тотонған. Фәймә Аҡъюлова – шулай уҡ сценарий авторы ла. Фильм операторы – Әсҡәт Әлимғолов. Сценарий нигеҙендә яҙыусы, журналист, тыуған яҡты өйрәнеүсе Роман Алферовтың Шәһит Хоҙайбирҙинға арналған романы ята. Кинокартинаның актерҙары – Хоҙайбирҙин ауылы кешеләре. Төп ролде Айнур Байғазин башҡара.

“Профессионалдар юҡ, ситтән бер кемде лә саҡырманыҡ. Бөтә ролдәрҙә – ауыл халҡы”, – ти режиссер Фәймә Аҡъюлова. Уның күҙаллауынса, фильм октябрь баштарында, Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнөнә ҡарата әҙер булырға тейеш. Билдәле шәхесебеҙ 1896 йылдың 9 октябрендә тыуған.

Фото Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас