+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Августа 2021, 11:53

Республика халыҡтары телдәрен үҫтереү

Мишкә районында марый телен тәрән өйрәнеү маҡсатында полилингваль гимназия асыу күҙ уңында тотола. Был хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров районға эш сәфәре барышында белдерҙе.

Республика халыҡтары телдәрен үҫтереүРеспублика халыҡтары телдәрен үҫтереү
Республика халыҡтары телдәрен үҫтереү

Мишкә районында марый телен тәрән өйрәнеү маҡсатында полилингваль гимназия асыу күҙ уңында тотола. Был хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров районға эш сәфәре барышында белдерҙе.

Мишкә районы халҡы менән осрашыуҙа Радий Фәрит улы республикала асылған полилингваль белем усаҡтарының әһәмиәтен билдәләп үтте:

-Әле Башҡортостанда 4 белем усағы эшләй. Улар Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефеткама ҡалаларында асылды. Уларҙың өсәүһе - башҡорт, береһе татар телен тәрән өйрәнә. Киләһе гимназияны Мишкә районының бер мәктәбе базаһында  асырға уйлайбыҙ. Ул марый телен тәрән өйрәнеүгә йүнәлтеләсәк. Гимназияла уҡытыу  рус, марый һәм инглиз телдәрендә алып барылыр тип күҙайллайбыҙ.

Үҙ сиратында Мишкә районы хакимиәте башлығы Павел Трапезников белем усаҡтарында алып барылған төҙөлөштәргә туҡталды. Мишкә ауылының 2- се һанлы мәктәбенә төкәтмә төҙөлә. Белем учреждениеһында 600 бала уҡый, урындар етешмәй. 250 урынлыҡ төкәтмә мәктәптә урындар һанын киңәйтеү мөмкинлеге бирәсәк.

Районда  мәҙәни- күңел асыу саралары өсөн Инәк йылғаһы буйы, мәҙәниәт йорто, уның алдындағы майҙанда төҙөкләндереү эштәре бара. Республика Башлығы ҡайһы бер объекттарҙың төҙөлөшөн өҫтәмә финанслау, федераль аҡсаларҙы йәлеп итеү мәсьәләһен күтәрҙе һәм хөкүмәткә йөкләмә бирҙе.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас