

Бөгөн Мишкә районында ҡаһарман яугир, республикабыҙҙың данлы улы Ғазый Заһитовҡа һәйкәл һәм “Биш батыр” мемориаль комплексын асыу тантанаһы булды. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ғазый Заһитов, иптәштәре менән, беренселәрҙән булып Рейхстагта Ҡыҙыл байраҡ күтәреүсе.
Рәсәй Рәссамдар берлеге ағзаһы Илдус Закиров ижад иткән скульптура композицияһы яңыртылған Геройҙар аллеяһының һоҡланғыс символына әйләнде.
“Бөгөн республикабыҙ өсөн бик әһәмиәтле көн, беҙ Бөйөк Ватан һуғышында еңеүселәр иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтәбеҙ. Башҡортостандың 780 меңдән артыҡ улы һәм ҡыҙы фронтҡа китә, уларҙың яртыһы тиерлек әйләнеп ҡайтмай. Беҙ тарихты йөҙҙәрҙә хәтерләйбеҙ, шунлыҡтан Александр Матросов, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, Миңлеғәли Шайморатов, Таһир Күсимов, Даян Мурзин һәм башҡа бик күптәрҙең исеме йөрәктәрҙә һаҡлана. Бөгөн беҙ Мишкә батырҙарын, Ғазый Ҡазыхан улы Заһитовты иҫкә төшөрәбеҙ һәм һәйкәлдең уның 100 йыллығы көнөндә асылыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Йәш быуынға тап ошондай кешеләр хаҡында һөйләргә тейешбеҙ. Улар ата-бабалары ниндәй батыр булыуын, илебеҙҙең бөйөк икәнен белеп үҫһен. Батырҙар хаҡында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәйәсәк. Мәңгелек дан уларға!” – тине тантанала Радий Хәбиров.
Мишкә районы хакимиәте башлығы Павел Трапезников республика етәксеһенә батырҙарыбыҙ иҫтәлеген мәңгеләштереүҙә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
"Ғазый Заһитов һәйкәле һалдаттарыбыҙҙың һәм тыл эшсәндәренең ҡаһарманлығы хаҡында һәр ваҡыт иҫебеҙгә төшөрөп торасаҡ”, – тине район хакимиәте башлығы.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.