+20 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Августа 2021, 09:39

Башланып китер уҡыуҙар

1 сентябрҙә Өфө мәктәптәренә 130 меңдән ашыу бала барасаҡ. 15 мең беренсе класс уҡыусыһы тәү тапҡыр парта артына ултырасаҡ.

Башланып китер уҡыуҙарБашланып китер уҡыуҙар
Башланып китер уҡыуҙар

1 сентябрҙә Өфө мәктәптәренә 130 меңдән ашыу бала барасаҡ. 15 мең беренсе класс уҡыусыһы тәү тапҡыр парта артына ултырасаҡ. Был турала мәғариф хеҙмәткәрҙәренең августағы ҡала кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин белдерҙе.

Быйыл баш ҡалала реконструкциянан һуң 21-се лицей файҙаланыуға тапшырыласаҡ, Кузнецов Затонында 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы сафҡа индереләсәк, тип хәбәр итәләр Өфө хакимиәтенән. 2022 йылда Инорс-4 биҫтәһендә 1650 урынлыҡ мәктәп асыу планлаштырыла.

Башҡортостанда йәмғеһе 498 441 бала өсөн яңы уҡыу йылы башланасаҡ, 60 239 беренсе класс уҡыусыһы мәктәп тупһаһын тәүге тапҡыр атлап үтәсәк.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас