+7 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Августа 2021, 05:26

Бөгөн бал байрамы буласаҡ

Бөгөн Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында данлыҡлы башҡорт балына арналған республика Бал байрамы уҙғарыла.

Бөгөн бал байрамы буласаҡБөгөн бал байрамы буласаҡ
Бөгөн бал байрамы буласаҡ

Бөгөн Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында данлыҡлы башҡорт балына арналған Бал байрамы уҙғарыла. Ул һабантуй үтә торған урында ойошторола.

Сара Рәсәй Президенты грантына лайыҡ “Этнотуристик тәжрибәләрҙең төбәк-ара фестивале – “Башҡортостандың күп төҫтәрҙә балҡышы-2021” этнотурфестивале” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үтә. Уны “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге менән берлектә Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы ойоштора.

Байрам ҡыҙыҡлы сараларға бай буласаҡ. Мәҫәлән, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан туристар һәм тарихи-мәҙәни үҙәктәр – Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары белгестәре ҡатнашлығындағы этнография туры уҙасаҡ. Шулай уҡ Этнотурфестивалде ябыу тантанаһы үтәсәк. Унда экскурсоводтар конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ. Конкурс быйыл мартта Балаларҙың туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар һауыҡтырыу-мәғариф республика үҙәге семинары сиктәрендә башланып киткәйне.

Милли аштар күргәҙмәһе сарала айырым урынды алып торор, тип көтөлә. Туристар өсөн декоратив-ҡулланма сәнғәт буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә ойоштороласаҡ. Әлбиттә, байрамда бал һәм умартасылыҡ продукттары һатып алырға мөмкин буласаҡ.

Фото социаль селтәрҙән алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас