

19 авгусҡа ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 53 460-ҡа еткән. Тәүлек эсендә ауырыуҙар 291-гә артҡан.
Стационарҙарҙа әле 779 сырхау аяуһыҙ инфекцияға ҡаршы алыша, шуларҙың 497-һе – 60 йәште үткән кешеләр. Ауыр хәлдәгеләр – 80, 11-е – яһалма һулыш аппаратында.
Амбулатор дауаланыусылар – 2 590.
Пандемия башланғандан алып шәфҡәтһеҙ был сирҙән һауығыусылар – 49 139. 386-һы, аҙаҡҡы тәүлектә сәләмәтләнеп, стационарҙан сыҡҡан.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, афәттән өҙөлгән ғүмерҙәр арта бара. Һуңғы 24 сәғәттә 11 яҡташыбыҙ вафат булған. Вирус ҡорбандары хәҙер 952 булып китте, 758-е – 60-ты уҙғандар.
Пневмония менән сирләүселәр хаҡында мәғлүмәттәр түбәндәгесә: кисәле-бөгөнлө ул 135 ауырыуҙа асыҡланған, 123 кеше, үпкә ялҡынһыныуынан ҡотолоп, дауахананан ҡайтҡан.