

Башҡортостан гидрометеорология үҙәге һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала алдағы көндәрҙең үтә лә эҫе торасағы хаҡында иҫкәртә. Синоптиктар фаразлауынса, 19 августан 22 авгусҡа тиклем һауа температураһы 39 градусҡа етәсәк.
Һауа температураһы ныҡ күтәрелгәндә тән ҡыҙып, организмда һыу кәмеүе, эҫе ҡабыуы, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре киҫкенләшеүе ихтимал, тип иҫкәртә ҡотҡарыусылар.
Ҡояш айырыуса ҡайнар ваҡытта – 12 сәғәттән 16 сәғәткә тиклем уның тура нурҙары аҫтында йөрөмәҫкә, тип кәңәш итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан. Шулай уҡ хәмерҙән баш тартыу, күберәк һыу эсеү мөһим, аҙыҡ-түлекте ҡулдан һатып алмаҫҡа, спорттың әүҙем төрҙәре менән шөғөлләнмәй торорға кәрәк.
Фото "Башинформ"дан алынды.