+20 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Августа 2021, 08:28

Өфөлә студенттар өсөн донъя кимәлендәге кампус төҙөләсәк

Баш ҡалабыҙ Өфөлә студенттар өсөн донъя кимәлендәге кампус сафҡа индереләсәк. Был туралағы ҡарар премьер-министр Михаил Мишустин етәкселегендә үткәрелгән Рәсәй Хөкүмәте ултырышында ҡабул ителде.

Өфөлә студенттар өсөн донъя кимәлендәге кампус төҙөләсәкӨфөлә студенттар өсөн донъя кимәлендәге кампус төҙөләсәк
Өфөлә студенттар өсөн донъя кимәлендәге кампус төҙөләсәк

Баш ҡалабыҙ Өфөлә студенттар өсөн донъя кимәлендәге кампус сафҡа төҙөләсәк. Был туралағы ҡарар премьер-министр Михаил Мишустин етәкселегендә үткәрелгән Рәсәй Хөкүмәте ултырышында ҡабул ителде.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәтенең ул ҡарарын Башҡортостан юғары мәктәбе һәм фәненең һуңғы тиҫтә йылдарҙағы мөһим ҡаҙаныштарының береһе тип атаны. “Юғары уҡыу йорттары ректорҙары, республикабыҙ Хөкүмәте ошо мәсьәлә өҫтөндә оҙаҡ йылдар эшләне һәм ул хәҙер ысынбарлыҡҡа әйләнәсәк. Башҡортостанда донъя кимәлендәге студенттар кампусы буласаҡ. Был – студент дөйөм ятаҡтары ғына түгел, ғилми лабораториялар ҙа, шулай уҡ студенттар һәм уҡытыусылар өсөн спорт, мәҙәни учреждениелар ҙа. Һәм быларҙың барыһы ла ҡала үҙәгендә урын аласаҡ. Илебеҙ Президенты Владимир Путинға ярҙамы өсөн айырым рәхмәт әйтергә теләйем. Ғилми-мәғариф үҙәктең идарасы компанияһына – республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин етәкселегендәге проект офисына һәм беҙгә ышанған юғары уҡыу йорттары ректорҙарына айырым рәхмәт, хәҙер бергәләшеп алға табан барасаҡбыҙ” — тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге битендә.

Бөтә ил буйлап университеттар кампустары селтәре булдырыу хаҡындағы программа Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ. Программаның Фән һәм технологиялар йылында атҡарылыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Төбәктәрҙән килгән 30-ға яҡын заявканың иң яҡшы һигеҙе һайлап алынған. Улар араһында Башҡортостан да бар.

Кампуста студенттарға йәшәү өсөн кәмендә өс мең урын буласаҡ, тип күҙаллана. Проектты тормошҡа ашырыуға 18 миллиард һум йүнәлтеләсәк, шуның 60 проценты федераль бюджеттан бүленә.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас