

Өфөлә WorldSkills Russia чемпионатында ҡатнашыусылар өсөн дрондарҙың юғары технологиялы шоуы күрһәтеләсәк. Һауалағы һоҡланғыс был күренеште алыҫ аранан да ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Тамаша Өфөләге ”Йәш һөнәрмәндәр” IX Милли чемпионаты көндәренең береһендә уҙасаҡ.
Ҡунаҡтарға һәм бәйгеселәргә һауалағы шоуҙы “Геоскан” компанияһы әҙерләй. Тамашала 10 метрҙан 300 метрға тиклем бейеклектә осоусы 1000 махсус дрон ҡатнашасаҡ. Һис шикһеҙ, уларҙың сығышы иҫ китмәле матур булыр, тип көтөлә.
WorldSkills Russia чемпионаты Өфөлә 25 августа башлана. Конкурсанттар уның финалында 105 һөнәри йүнәлеш буйынса үҙ оҫталығын күрһәтергә ниәтләй. Төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәим аралашыу технологиялары, ижад һәм дизайн, етештереү һәм инженерлыҡ технологиялары, хеҙмәттәр күрһәтеү, транспорт, мәғариф һәм башҡалар – йүнәлештәрҙең һәр ҡайһыһы үтә лә мауыҡтырғыс һәм мөһим.
Башҡортостан командаһы 103 йүнәлеш буйынса ярышасаҡ. Бәйгегә Рәсәйҙең 75 төбәгенән 3000-дән ашыу ҡатнашыусы килергә йыйына.
Фото социаль селтәрҙән алынды.