

Республикабыҙҙың 200 мәктәбендә 2024 йылға көрәш секциялары асырға ниәтләйҙәр. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Берләшкән көрәш донъяһы президенты Ненад Лалович һәм Юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя беренселегенең почетлы ҡунаҡтары менән осрашыуҙа белдерҙе.
«Беҙ күп төҙөйбөҙ: Өфөлә гимнастика үҙәген, футбол манежын сафҡа индереүҙе тамамлап киләбеҙ, спорт көрәше үҙәген һала башлаясаҡбыҙ, волейбол үҙәге проектын әҙерләнек, Фехтование һарайын төҙөүҙе планлаштырабыҙ. Бындай спорт объекттары – беҙҙең атлеттарҙың еңеүҙәренә ихтирам сағылышы. Быйыл ике боҙ стадионы төҙөйәсәкбеҙ, ә 2024 йылға 16 район үҙәгендә бассейндар асасаҡбыҙ. Был ҡоролмалар бик мөһим, сөнки Башҡортостан халҡының сәләмәт йәшәү рәүешенә, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә ынтылышы ҙур”, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостанда 62 мәктәптә 3,5 меңдән ашыу бала көрәш менән шөғөлләнә. Ә 2024 йылға 200 мәктәптә көрәш секциялары асыу планлаштырыла.
Юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя беренселегендә Башҡортостандан ете спортсы ҡатнаша. Ярыштарҙа 55 илдән йәмғеһе 1094 көрәшсе көс һынаша. Бәйге көн һайын 23 авгусҡа тиклем дауам итәсәк.
Бөгөн 16 сәғәттә “Өфө-Арена” боҙ һарайында ярыштарҙы асыу тантанаһы башланды. Башҡортостан юлдаш телеканалында уның тура трансляцияһы бара: https://vk.com/video-27097047_456253539
Фото социаль селтәрҙән алынды.