+17 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
15 Августа 2021, 11:45

Яңы уҡыу йылында яңы автобустарҙа

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәктәп директорҙарына 41 яңы автобустың асҡыстарын тапшырҙы. Был тантаналы сара уҡытыусыларҙың республика август кәңәшмәһе уңайынан ойошторолдо.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы уҡыу йылында яңы автобустарҙаЯңы уҡыу йылында яңы автобустарҙа
Яңы уҡыу йылында яңы автобустарҙа

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәктәп директорҙарына 41 яңы автобустың асҡыстарын тапшырҙы. Был тантаналы сара уҡытыусыларҙың республика август кәңәшмәһе уңайынан ойошторолдо.

“Газель” маркалы яңы автобустар һатып алыуға республика бюджетынан 92 миллион һум аҡса тотонолған. Яңы техника Сибай ҡалаһының мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн коррекция мәктәбенә, тағы ла 30 районға һәм Өфө мәктәптәренә юлланды

Уҙған йылдарҙа 151 автобус һатып алынған. Мәктәптәрҙең автопаркын яңыртыуға 310 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған

  • Быйыл мәктәптәрҙең техникаларын яңыртыу прогрммаһына 110 миллион һум аҡса бүлдек. Улар бөтә хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә. Балалар бынан ары бөтә уңайлыҡтары булған йылы, таҙа автобустарҙа йөрөй аласаҡ. Беҙ алдағы йылдарҙа ла белем учреждениеларын яңы техника менән тәьмин итеүгә иғтибар бүләсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров.

Бөтә мәктәп автобустары ла ГЛОНАСС системаһы һәм тахографтар менән тәьмин ителгән.

Республикала барлығы 1476 автобус  42 мең баланы мәктәптә алып бара һәм алып ҡайта.  Улар 2 мең 749 ауылды хеҙмәтләндерә. Шул уҡ ваҡытта бөтә мәктәптәр ҙә ҡышҡы осорҙа техниканы тәрбиәләп тотонорға, салондың уҡыусылар өсөн йылы булыуын күҙ уңында тоторға тейеш. Бының өсөн белем учреждениеларының күбеһенә  йылытылған гараждар йәки өҫтәмә йылытыу систетамалары талап ителә.

Өфөлә үткән уҡытыусыларҙың  быйылғы август кәңәшмәһе мәғлүмәти технологиялар дәүерендә балаларҙы, йәштәрҙе тәрбиәләү һәм социализациялау темаһына ярналды. Уның сиктәрендә 12 бәхәс майҙаны эшләне.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас