

Пандемия башланғандан алып республикала коронавирус йоҡтороуҙың йәмғеһе 51 730 осрағы теркәлгән. Бер тәүлектә ауырыуҙар 286-ға артҡан.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, әле стационарҙарҙа 698 кеше ковидтан дауалана, 418-е – 60-тан өлкәнерәк. 61 ауырыуҙың хәле ауыр (кисә ундайҙар 60 ине), һигеҙе – яһалма һулыш аппаратында.
Сирҙе сағыштырмаса еңел үткәреп, өйөндә дауаланыусылар – 2 637, шуларҙың – 976-һы – алтмышын үткән ханымдар һәм уҙамандар.
Уҙған 24 сәғәттә дауахананан сығыусылар – 432. Мәкерле вирусты еңеүселәрҙең дөйөм һаны – 47 510.
Үкенескә күрә, аҙаҡҡы тәүлектә ковид ҡорбандары унауға артҡан, улар хәҙер 885 иҫәпләнә. Араларында иң күбе – 712-һе – 60 йәштәрен тултырыусылар.
Кисәле-бөгөнлө дауахананан тыш пневмония менән 135 яҡташыбыҙ ауырыған, был сирҙән ҡотолоусылар – 128.
Коронавирустан вакцинаның тәүге компонентын барлығы 1 039 246 кеше яһатҡан, икенсеһен дә ҡаҙатыусылар – 824 361.