+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Августа 2021, 06:30

Воронежда автобус шартлаған

Кисә кискеһен Воронежда ПАЗ маркалы пассажир автобусы шартлаған.

Воронежда автобус шартлағанВоронежда автобус шартлаған
Воронежда автобус шартлаған

Кисә кискеһен Воронежда ПАЗ маркалы пассажир автобусы шартлаған.

Бер кеше һәләк булған, 18 пассажир тән йәрәхәттәре алған, тип хәбәр итә киң мәғлүмәт агентлыҡтары. Автобуста шартлау ваҡытында 35 кеше булған.

Фараз ителеүенсә, маршрут транспортында газ баллондары детонациялаған, тип яҙа Интерфакс. Был мәғлүмәтте “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы, автобус дизель яғыулығында эшләгән, тигән аныҡлау менән инҡар итә. Быны шулай уҡ ҡаланың траспорт идаралығы башлығы урынбаҫары Максим Захаров та раҫлай.

Ҡала мэрияһынан, фажиғәле ваҡиғаға килтергән сәбәптәр асыҡлана, төрлө версиялар ҡарала, тип белдерәләр. Шартлау буйынса енәйәт эше асылған.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас