

Бөгөнгө замандың бер үҙенсәлеге һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының белгестәргә ҡытлыҡ кисереүендә сағыла.
2021 йылдың 7 айында республиканың медицина ойошмаларынан 458 табип эштән киткән. Ә бушаған урындарға килеүселәр һаны аҙыраҡ. Сәбәптәре төрлөсә: хаҡлы ялға сығыу, йәшәргә башҡа урындарға күсеү, һаулығы ҡаҡшау, ординатурала уҡыуын дауам итеү.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, август – октябрь айҙарында хәлдең медуниверситет тамамлаусылар иҫәберә тотороҡланыуына иҫәп тотабыҙ, тип белдерә. Һаулыҡ һаҡлау системаһының тәүге звеноһына 500-гә яҡын табип килер һәм шулай уҡ ординатураны тамамлаған 400 самаһы белгес эш башлар, тип көтөлә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле ведомстваларға һәм район хакимиәттәре башлыҡтарына ауыл еренә эшкә килгән табиптарға ярҙам күрһәтеү һәм 2022 йылдан «Земский доктор», «Земский фельдшер» программалары буйынса түләүҙе 1,5 миллионға тиклем күтәреү мәсьәләһен ҡарарға ҡушты, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.