+18 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
13 Августа 2021, 03:35

Һәр кем ирекмән хәрәкәтенә ҡушыла ала

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн 00.30 сәғәткә ҡарата 1278,85 гектар ерҙә 10 урман янғыны һүндерелгән.

Һәр кем ирекмән хәрәкәтенә ҡушыла алаҺәр кем ирекмән хәрәкәтенә ҡушыла ала
Һәр кем ирекмән хәрәкәтенә ҡушыла ала

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн 00.30 сәғәткә ҡарата 1278,85 гектар ерҙә 10 урман янғыны һүндерелгән.

Шул иҫәптән Бөрйәндә – 8, Йылайыр һәм  Белорет райондарында – 1-әр янғын. Ут менән көрәш дауам итә, сөнки ун урында урман яныуы әле һүндерелмәгән. Янғын Хәйбулла (1 урында), Ейәнсура (1), Баймаҡ (1), Әбйәлил (1) һәм Бөрйән (6) райондарында, дөйөм алғанда 1052,1 гектар ерҙе ялмап алған.

Тәбиғәт афәте менән көрәшкә 154 берәмек техника һәм 1109 кеше йәлеп ителгән.

Республикала Ғәҙәттән тыш хәлдәр ирекмәндәренең даими эшләгән мобиль штабы асылды. Был хәрәкәткә 18 – 55 йәштәге һәр кем ҡушыла ала.

Ирекмәндәр эше буйынса координатор итеп Владислава Пальчиковская билдәләнгән. Телефоны - +7 (996) 402-18-08.

Автор:
Читайте нас