+20 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Августа 2021, 08:27

“Икеләнмә – прививка яһат!”

Яңауыл районында июль айында “Сәләмәт ауыл” проекты сиктәрендә “Икеләнмә – прививка яһат!” акцияһын башлап ебәргәндәр.

“Икеләнмә – прививка яһат!”“Икеләнмә – прививка яһат!”
“Икеләнмә – прививка яһат!”

Яңауыл районында июль айында “Сәләмәт ауыл” проекты сиктәрендә “Икеләнмә – прививка яһат!” акцияһын башлап ебәргәндәр.

Урындағы үҙидаралыҡ вәкилдәре һәм һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ауылдарға сығып, халыҡ менән осрашыуҙар үткәрә. Акцияның маҡсаты – вакцинацияның ковидты еңеүҙең иң һөҙөмтәле һәм хәүефһеҙ ысулы икәнлеге хаҡында һөйләү. Сөнки мәғлүмәт булмауы төрлө имеш-мимеш тыуҙыра. 

Осрашыуҙар фельдшер-акушерлыҡ пункттарында үтә, шунда уҡ прививка яһатырға була. Ауыл кешеләре өсөн бик уңайлы – ҡалаға барып, сиратта торорға түгел. Һорауҙар булһа, шунда уҡ уларҙы табипҡа бирергә мөмкин.

Ошондай әңгәмә-осрашыуҙар Мәсәғүт, Иҫке Вәрәш, Орловка, Һандуғас, Максимово, Истәк, Ямаҙы, Асауҙыбаш ауылдарында уҙған. Һәр ауылда 50-ләп кеше прививка яһатҡан.

12 августа “сәләмәтлек десанты” Шүдек, Айбүләк, Прогресс һәм Ҡарман ауылдарында булған. Өйҙән сыҡмай тиерлек прививка эшләтеү мөмкинлегенән өлкән йәштәге 45 кеше файҙаланған.

Ҡарман ауыл советы биләмәһе башлығы Илдар Солтанов, күптәр бындай һөйләшеүҙәрҙән һуң вакцина яһатыу хаҡында уйлана башлай, ти.

“Кемдер әле үк прививкаға әҙер, икенселәре өҙлөгөүҙәрҙән ҡурҡа. Һәм улар үҙ һорауҙарын табипҡа биреп, уның менән һөйләшеп, бер ҡарарға килә ала. Алла бирһә, бергәләшеп был сирҙе еңербеҙ!” – ти ул.

Фото "Янаульские зори" гәзитенән алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас