

Илгә бәлә килгәндә һәр кем ярҙамсыл кешеләргә таяна. Хәйбулла районындағы янғында ут һүндереүселәрҙе, ирекмәндәрҙе ашатыу, оператив штаб ойоштороуҙа ябай кешеләр үҙҙәренең йортон, ихатаһын тәҡдим иткән. Әбеш ауылында, мәҫәлән, Ибраһимовтар ғаиләһен бөгөн белмәгән кеше юҡтыр. Улар янғын һүндереүгә килгән һәр кешене үҙ өйөндә ашатҡан.Ошондай уҡ ярҙамсыл кешеләр Хәйбулла районының Уразбай ауылында ла йәшәй. Хеҙмәттең иң ауыры ҡатын- ҡыҙ иңенә төшә.
Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә Рәзилә Ямалетдинова тигән ябай ҡатын хаҡында яҙып сыҡҡан.
- Ул янғын сығыуын да тәүгеләрҙән күреп хәбәр иткән кеше. Тап уның йортонда оператив штаб ойошторолған. Ауылға күпләп ирекмәндәр килә башлағас, Рәзилә Ямалетдинова һеңлеһе менән ике ҡаҙан аҫып аш бешерә. Янғын һүндереүгә килгән кешеләрҙе ашатыуға ярҙам ҡулы һуҙа. Рәзилә Ямалетдинованың иницативаһын Уразбай ауылы халҡы ла күтәреп ала. Хәҙер Ямалетдиновтар йортонда көнө- төнө кешеләр эшләй. Урындағылар аҙыҡ-түлек менән тулыһынса тәьмин ителгән.